Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ғинуар 2024, 07:35

Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре

Ҡашҡа ауылы  ағинәйҙәренең ял көндәре файҙалы уҙа.

Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәреЯугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре

Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре һәм  әүҙемселәре урындағы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Эльза  Әфтәхова етәкселегендә  Яңы йыл каникулдарында  ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында окоп шәмдәре әҙерләгән.

Белеүегеҙсә, ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.

“Халыҡтан йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә парафин һатып алғайныҡ. Бына әле ял көндәрендә йыйылып, окоп шәмдәре эшләй башланыҡ. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Алда тағы ла күмәгерәк кеше йыйылып, был эште тамамлап ҡуйырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Буш консерва банкаларын алып килеүегеҙҙе һорайбыҙ, ауылдаштар. Һалҡын ҡыш көндәрендә  яугирҙарыбыҙға йылынырға бергәләп ярҙам итәйек! ” - тине Эльза Әфтәхова.

Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе ғинуар аҙағында гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй Ҡашҡа ағинәйҙәре. Был шәмдәр йылылыҡ һәм изгелек өләшһен!

Наилә Имаева.

Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙарыбыҙ өсөн – окоп шәмдәре
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас