Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ғинуар 2024, 06:55

Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы

Асҡын районы Упҡанкүл ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировты тыуған көнө менән ҡотланылар.

Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙыУтты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы
Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы

 

Районыбыҙҙың иҫән-һау булған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировты тыуған көнө менән ҡотларға  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Яубүләк ауыл  биләмәһе башлығы Флүр  Әминев, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин килде.  Ҡунаҡтар һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына һаулыҡ, именлек, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына күмелеп кенә йәшәүен теләне.

Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы  әле лә ауылдаштарының тормошо, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәле  менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырын көтөп, тормоштоң тағы ла яҡшырасағына ышанып йәшәй.

Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы  1944 йылда фронтҡа алына. Хеҙмәтте Ырымбур өлкәһендә үтә, пехотала, артиллерияла хеҙмәт итә, элемтәсе була. Бөйөк Еңеүҙән һуң Алыҫ Көнсығышҡа, Япония менән һуғышҡа оҙатыла. Яу тамамланһа ла, Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров өсөн хеҙмәт тамамланмай, уны Чукоткаға хеҙмәт итергә ебәрәләр. 1951 йылда ғына, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, тыуған яғына ҡайтып төшә. Жуков миҙалы, “Японияны еңгән өсөн” миҙалы, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм юбилей миҙалдары - ошо дәһшәтле дәүерҙең иҫтәлеге. Аҙаҡ колхозда, төҙөлөштә эшләй. Бөгөн хөрмәтле ветеран биш балаһының, 9 ейән-ейәнсәренең, 15 бүлә-бүләсәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ҡыҙы Асия тәрбиәһендә һөйөнөп йәшәй.

Наилә Имаева.

 

Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы
Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы
Утты-һыуҙы кискән яугир 98 йәшен тултырҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас