Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Ғинуар 2024, 13:50

Күңелле лә, фәһемле лә сара

Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханаһында  2024 йылда Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арнап, күңелле лә, фәһемле лә сара уҙа.  

Күңелле лә, фәһемле лә сараКүңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара

“Китапханаға килеүсе ғаиләләр  менән тәүҙә янғын хәүефһеҙлеге буйынса  әңгәмә үткәрҙек. Ауыл Советы белгесе  Зинира Фаил ҡыҙы Денисламова менән бергәләп янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында һөйләнек, сөнки  нәҡ яңы йыл каникулдары ваҡытында янғындар йышая. Шуға ла һәр саҡ иғтибарлы  булып, балаларҙы ла  һаҡ булырға өйрәтеп үҫтерергә кәрәк.

Артабан балалар йыйылып бөткәнсе бергәләп китап уҡып алдыҡ. Яңы йыл алдынан уҡ китапханала эшләп ҡуйылған фотозонала ғаиләләр ҙур теләк менән фотоға төштө. “ППМИ-2024”кә тәҡдим ителгән проектты яҡлап, Азин урамын төҙөкләндереү өсөн тауыш биреп, бергәләп фотоға ла төштөк.

Барыһы ла килеп бөткәс, бергәләп тышҡа сығып, саф һауала күңелле ярыштар һәм уйындар ойошторҙоҡ. Ҡыш Бабай балаларға күстәнәстәр өләште.   Туйғансы уйнап арығас, китапханаға инеп, тәмлекәстәр, яңы ғына бешкән ҡоймаҡ менән  сәй эстек, аралаштыҡ.

  Ғаилә йылын күңелле, шул уҡ ваҡытта фәһемле сара менән башлап ебәрҙек”, - тип хәбәр итте Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова.

 Наилә Имаева.

 Гөлфинә Исламова фотолары.

Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Күңелле лә, фәһемле лә сара
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас