Асҡын районында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ) уңышлы эшләп килә. Ул ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә.
Иҫке Ҡаҙансы ауылы ла йыл һайын ошо программала әүҙем ҡатнаша. Биләмәлә ППМИ-ла ҡатнашыу, ҡатнашмау тураһында йыйылыш та уҙҙы.
Иҫке Ҡаҙансы ауылының Азин урамында йәшәүсе халыҡ быйыл ошо программала ҡатнашып, урамдарын төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Был хаҡта беҙгә Иҫке Ҡаҙансы ауыл Советы белгесе Зинира Фаил ҡыҙы Денисламова хәбәр итте.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының ауылды төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам итеүен белеп, күреп торабыҙ. Шуға ла быйыл халыҡ бик насар хәлдә булған Азин урамын ремонтларға бер тауыштан ҡарар итте. Яңы йыл байрамы уңайынан иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе Эльвера Риф ҡыҙы Зиннәтова башланғысы менән урамда бик матур һәм күңелле байрам ойошторолдо. Урамға шыршы ултыртып, биҙәнеләр. Үҙ округтары депутаты Салауат Вәлиев балаларға шыуырға тау өйөп бирҙе. 31 декабрҙә бөтә халыҡ бирегә килеп, Яңы йыл ҡаршыланы. Шыршы тирәләй йырлап, бейеп әйләнде. Ә 1 ғинуарҙа бында балалар өсөн байрам ойошторолдо. Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу ҙа килеп, балаларға Эльвера Зиннәтова әҙерләгән күстәнәстәрҙе таратты. Барыһы ла тау шыуып, бейеп, ППМИ-ла еңеп сығырҙарына ышаныс белдереп, күңелле ял итеп таралышты”, - тине Зинира Фаил ҡыҙы.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда 2024 йылда ҡатнашырға теләк белдергән Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡына уңыштар теләйек, уйлаған уйҙары, маҡсаттары тормошҡа ашһын!
Конкурста еңеп сығып, Азин урамын бына тигән итеп төҙөкләндереп ҡуйһындар!
Ауыл тағы ла матурланһын, төҙөкләнһен!
Наилә Имаева.