Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Ғинуар 2024, 08:45

Төлгөҙбаштар - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!

Бөгөн, 2 ғинуарҙа, Өфөлә Совет майҙанында ойошторолған “Ҡышҡы Һабантуй” фестивале сиктәрендә матур йолаға әйләнгән Самауырҙар конкурсы ла   уҙҙы.

Төлгөҙбаштар  - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!Төлгөҙбаштар  - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!
Төлгөҙбаштар - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!

 «Ҡышҡы һабантуй»ҙың төп үҙенсәлеге - ул Самауырҙар конкурсы. Унда республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән самауыр яһаусылар йыйыла. Байрам халыҡсан, төрлө уйындар, күңел асыу менән үрелеп бара. 

Республика сараһында  Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы уңғандары ла ҡатнашты. Улар милли  аш-һыуҙарыбыҙҙан, шифалы үләндәрҙән, мең сиргә дауа Төлгөҙбаш балынан һәм бал продукцияһынан  торған бай өҫтәл ҡорғайны.  Төлгөҙбаштар  самауырҙар ҡайнатып, хуш еҫле тәмле, шифалы  сәйҙәр менән ҡунаҡтарҙы матур итеп йырлап ҡаршы алып, милли аш-һыуҙарыбыҙ менән һыйлап, үҙҙәренең ҡунаҡсыллығын һәм оҫталығын күрһәтте.

“Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылы халҡы һәр ваҡыттағыса берҙәмлеге, сәләмәт айыҡ тормошҡа ынтылып йәшәүе, дәрт-дарманы менән барыһын да һоҡландырҙы. Афарин, төлгөҙбаштар!

 Наилә Имаева.

Рөстәм Әбдрәхимов фотолары.

 

 

 

Төлгөҙбаштар  - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!
Төлгөҙбаштар  - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!
Төлгөҙбаштар  - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!
Төлгөҙбаштар - Өфөлә Самауырҙар конкурсында!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас