Мәҙәниәт усағы алды әкиәт илен хәтерләтә: бында барыһын да ҡарҙан эшләнгән матур әкиәт геройҙары ҡаршы ала. Зал эсендә төрлө сағыу уйынсыҡтар менән биҙәлгән, мең төрлө уттар менән балҡыған Шыршы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, байрам кәйефе бүләк итә.
Сара бик күңелле һәм матур уҙа. Балалар ихлас күңелдән йырлай, шыршы тирәләй бейей, уйындарҙа ҡатнаша һәм бүләктәр ала.
“Теләктәр шыршыһы”нда ҡатнашыусы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин менән шәхси эшҡыуар Ғәли Мөғтәсим улы Әхмәтов балаларҙың хыял-теләктәрен тормошҡа ашыра. Эмиль һәм Элена Вәлиевтар Яңы йылға бүләккә глобус алырға теләһә, Аскабаловтар - шахмат, Элиза һәм Рөстәм Әғәлтдиновтар - конструктор һәм ҡурсаҡ, Нияз шулай яңы конструктор тураһында хыяллана.
Ғәли Мөғтәсим улы балаларға йылдағыса Яңы йыл тәмлекәстәре лә әҙерләй. Ҡыш бабай ҡулынан уларҙы балалар шатланып ҡабул итә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сағыу байрам изге күңелле бағыусылар ярҙамында иҫтә ҡалырлыҡ күңелле һәм сағыу үтеп, балаларға сикһеҙ ҡыуаныстар бүләк итә.
Һәр кемдең теләге бер: илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яугир яҡташтарыбыҙ иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын! Балалар йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу булһын!
Наилә Имаева.