Бөгөн, 2 ғинуарҙа, Өфөлә Совет майҙанында ойошторолған “Ҡышҡы Һабантуй” фестивале сиктәрендә матур йолаға әйләнгән Самауырҙар конкурсы уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был конкурста Асҡын районынан Төлгөҙбаш ауылы халҡы ҡатнашты. Улар бай өҫтәл әҙерләп, көн оҙоно баш ҡала халҡын һәм байрам ҡунаҡтарын ҡайнар хуш еҫле сәй һәм Төлгөҙбаш уңғандары бешергән тәмлекәстәр менән һыйлап, бик күп рәхмәт һүҙҙәрен ишетә.
Жюри ағзаларын да йола буйынса сәк-сәк, асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ҡаршы алып, Төлгөҙбаш ауылының бай тарихы, уңған ҡунаҡсыл халҡының айыҡ тормош көтөүе, халҡыбыҙ кәсептәре менән көн итеүе тураһында һөйләп, бик матур итеп таныштыралар. Конкурсҡа төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө материалдан һәм төрлө йылдарҙа яһалған 18 самауыр алып барып, улар тураһында бай мәғлүмәт еткерәләр.
Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы был мәртәбле конкурста икенсе урын яуланы!
Афарин, төлгөҙбаштар! Һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалаға барып, районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлап, гөрләтеп сығыш яһап, барыһын да һоҡландырҙығыҙ! Алда ла уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ! Хәйерле изге имен юлдарҙа иҫән һау ҡайтып етегеҙ!
Наилә Имаева.
Әнзирә Ғәниева фотолары һәм видеолары.