Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ғинуар 2024, 10:10

Йондоҙнамә (1 – 7 ғинуар)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!    

Йондоҙнамә (1 – 7 ғинуар)Йондоҙнамә (1 – 7 ғинуар)
Йондоҙнамә (1 – 7 ғинуар)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Һеҙҙе өмөтлө йыл көтә. Яңы эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Килемегеҙ һиҙелерлек артыр. Ғаиләләгеҙҙә ике иҫтәлекле ваҡиға булыуы мөмкин.  Буйҙаҡтар ҡәтғи аҙым яһар, бәлки. Һаулығығыҙ уртаса буласаҡ. 40 йәштән олораҡтар хатта дауаханала ятып сығыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Әүҙем кешеләр даими ҡыйынлыҡтарға осрар. Уларҙың күпселеген тырышлыҡ һәм тәжрибәгеҙ арҡаһында еңерһегеҙ. Йыл барышында (йәй айҙарында) бик ҙур килем алырһығыҙ. Бәғзеләр яңы йорт һала башлар, моғайын. Шәхси мөнәсәбәттәрҙән ҡәнәғәт булырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Бер-бер артлы ҡыйынлыҡтарға тап булырһығыҙ. 2024 йылдың тәүге яртыһында улар бигерәк йышайыр. Уларҙы еңеп сығыу өсөн туҡтауһыҙ эшләргә тура килер. Даими килем алырһығыҙ, ләкин ул ҙур булмаясаҡ.

Ҡуҙы ( 20.03 – 20.04)

Яратҡан кешегеҙ һәр саҡ һеҙгә терәк булыр. Уның ярҙамы менән ауырлыҡтар ҙа әллә ни һиҙелмәҫ.  Төп эшегеҙҙә күп эшләрһегеҙ. Кемдер яңы вазифаға үрләтелер. Май айында һаулығығыҙ борсор, аҙаҡ ул турала бөтөнләй оноторһоғоҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Йыл башында тырыш, эшлекле кешеләр мотлаҡ уңыр. Аҡса яғынан бер ниндәй ҙә ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс булыр, ғаилә хәлдәре ҡыуандырып торор. Яҡындарығыҙ менән арағыҙ рәтләнер. Декабрь айында бик алыҫҡа сәфәргә сығырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт булыр. Бәғзеләрҙең юғарыға үрләүе лә мөмкин. Башланған йыл һеҙҙең өсөн килемле көтөлә. Шулай ҙа йыл уртаһында һиҙелерлек юғалтыуҙар булыр кеүек. Уларҙы ҡайтара алырһығыҙ, тик был бик еңел булмаясаҡ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Эшегеҙҙә лә, уҡыуҙа ла эштәрегеҙ яҡшы барасаҡ. Ғөмүмән, 2024 йылда алға табан етди аҙым яһарһығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәре тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек көтөлә – йыл аҙағында иҫтәлекле ваҡиға булыр. Буйҙаҡтар апрелдән һуң йөрәк дуҫын табыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Йыл барышында ыңғай үҙгәрештәр күбәйер. Бигерәк тә март айында иғтибарлыбулығыҙ – яҡшы мөмкинлек килеп сығыр. Тырышлығығыҙ емеш бирер. Дөйөм алғанда, килемегеҙ ҙә, сығымығыҙ ҙа артыр. Һаулығығыҙға бәйле килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итә алырһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Ниһайәт, һеҙҙе тыныс һәм тотороҡло йыл көтә. Бөтә өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ. Яҙ айҙарында мөмкинлектәрегеҙ киңәйер, тормошоғоҙ тағы ла яҡшырыр. Яңы дуҫтар, өмөтлө аралашыуҙар көтөлә, бәғзеләр мөхәббәтен дә табыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Бөтәһе лә һәйбәт барасаҡ. Апрель тирәһендә генә ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Шулай ҙа бирешмәҫһегеҙ, юлығыҙҙы артабан дауам итерһегеҙ. Уңайлы мәлдәр март һәм август айҙарында бигерәк тә йыш осрар. Һаулығығыҙ яҡшырыр, элекке сирҙәрегеҙ онотолор.

Саян ( 24.10 –  22.11)

Тырыш кешеләргә йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итеп торор. 2024 йыл барышында һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ, улар апрель һәм август айҙарында тура килер кеүек. Аҡса даими килеп торасаҡ, көҙ тирәһендә килемегеҙ тағы ла артырға тейеш. Бәғзеләр бик алыҫ араға сәфәргә сығыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Элек башлаған эштәрегеҙҙе артабан да уңышлы дауам итерһегеҙ. Быға ышаныслы кешеләрҙе йәлеп итә алырһығыҙ. Ҡыйынлыҡтар күп осрар, ләкин уларҙы хәл итеү өсөн тәжрибәгҙеҙ етер, моғайын. Октябрь айында шәхси тормошоғоҙҙа етди һәм яуаплы ваҡиға көтөлә.

ӨМӨТБАЙ.

СЫҒАНАҠ:   https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-12-31/yondo-nam-1-7-inuar-3577709

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас