

2023 йылдың 14 декабрендә Башҡорт теле көнөндә Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның тыуыуына 110 йыллыҡ юбилейына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәйне. Был мәртәбәле сарала Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Рамазан Закиров уҡытыусыһы Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина етәкселегендә эҙләнеү—тикшеренеү эше башҡарып, призер булды.
Телһөйәр, маҡсатсан, тырыш Рамазанды һәм уны әҙерләүсе Глафира Йәнтимер ҡыҙын ҡотлайбыҙ. Яңы йылда ла яңы уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.