Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Декабрь 2023, 04:25

Урмияҙҙа спорт байрамы гөрләп уҙа

Урмияҙҙа “Яңы йыл ғаилә уйындары” фестиваленең мәктәп этабында дүрт ғаилә етеҙлектә, зирәклектә, таҫыллыҡта көс һынаша.  

Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙаУрмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа спорт байрамы гөрләп уҙа

 

«Яңы йыл каникулдарында ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шәп ваҡыт», — тип яҙғайны үҙенең сәхифәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин. Урмияҙҙар ҙа ғаилә менән саф һауала күңелле ял ойоштора.

Урмияҙҙа “Яңы йыл ғаилә уйындары- 2024” республика  фестиваленең мәктәп этабында  беренсе-дүртенсе кластарҙа уҡыған балалары менән Йосоповтар, Аскабаловтар, Уйылдановтар, Әсәҙуллиндарҙың ғаилә командалары ҡатнаша. Ярыштар күңелле һәм сәмле бара, бер ғаилә лә бирешергә теләмәй һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәшә. Урындағы фестивалдең һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип Йосоповтар ғаиләһе таныла. Нәҡ улар “Яңы йыл ғаилә уйындары- 2024” республика  фестиваленең муницибаль этабында Урмияҙ мәктәбе данын яҡлаясаҡ! Йәш ғаиләгә тик уңыштар теләйбеҙ!

Ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы – был фестивалдең маҡсаты. Урмияҙҙар ҙа  байрамдан тик яҡшы һәм яҡты тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә тарала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Яңы йыл ғаилә уйындары- 2024” республика  фестивале сиктәрендә уйындар 2024 йылдың 4 ғинуарынан 11-нә тиклем республиканың барлыҡ райондарында ойошторола. Беренсе-дүртенсе кластарҙа уҡыған балалар менән ғаилә командалары ҡатнаша. Башҡортостандың иң спортсы ғаиләләрен 27 ғинуарҙа Өфөлә финалда көтәләр.

Фестивалдең финал этабында Башҡортостандың район-ҡалаларынан муниципаль этапта еңеү яулаған 69 ғаилә командаһы ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» 2023 йылғы Уйындар хаҡында.

Наилә  Имаева.

Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа  спорт байрамы гөрләп уҙа
Урмияҙҙа спорт байрамы гөрләп уҙа
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас