

Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған «Йондоҙҙар майҙаны» республика конкурсында асҡындар лайыҡлы сығыш яһап, еңеү менән ҡайтты.
Барыһы бәйгелә 125 бала ҡатнаша. Районыбыҙҙан - 8 бәйгесе. Уларҙың икеһен - Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы музыкаль етәксеһе Раушания Шәрәфетдинова, ә алтыһын Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Марина Накарякова әҙерләй.
Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Айгинә Ғәләүетдинова һәм Илзирә Ғәйбәтова дуэты (етәкселәре Раушания Шәрәфетдинова) «Туған тел» йырын башҡортса башҡарып, Гран-при яуланы.
Марина Павловна етәкселегендә Асель Хәйруллина “Ветерок” йырын русса башҡарып, 2-се урынға лайыҡ була.
Бәйгесе балаларҙы һәм уларҙы әҙерләүсе педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.