Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Декабрь 2023, 13:55

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Ҡубияҙ ауылы халҡы  МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн  гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылды.

Барыһы ла Еңеү өсөн!Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!

Был  изге эшкә  Закира  Ғилметдинова етәкселегендәге "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы беренселәрҙән булып ҡушылды. Улар йылы нәскиҙәр, юрғандар алды, үҙҙәре лә бәйләп килтерҙе.

Ауыл халҡы ла, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла әүҙем ҡушылды: ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән  салаттар, шәхси гигиена әйберҙәре, макарон изделиелары һәм башҡа  аҙыҡ-түлек  килтерҙе. Ауыл мәҙәниәт йортонда барыһын да  тартмаларға тултырып, тейешле яҙыуҙар йәбештереп, район хакимиәтенә килтереп тапшыралар.

Иң мөһиме, яугир яҡташтарыбыҙ   барыһын да алып ҡулланһын, хәрби бурыстарын иҫән-һау,  иҫән-имен үтәп, Еңеү менән ҡайтһын!

 Наилә Имаева.

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас