Награда Рәсәй Геройҙары көнөндә яугир яҡташыбыҙҙың тормош иптәше Светлана Дамир ҡыҙына тапшырылды.
Ринат Фәһәметдин улы Шайморатов исемендәге 1-се башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Взвод командиры була. Херсон, Запорожье, Бахмут, Угледар, Донец йүнәлешендә алыштарҙа ҡатнаша. Быйыл сентябрь айында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды.
Хәрби антҡа һәм Ҡораллы көстәрҙең иң яҡшы традицияларына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалған ҡаһарман яҡташыбыҙ Ринат Фәхрисламовтың батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!
Наилә Имаева.