Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2023, 17:15

Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!

Спортсыларыбыҙҙың береһе – чемпион, икенсеһе призер булды! Афариндар!

Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!
Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!

 

Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында  билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.  Донъяның һәм Европаның ике тапҡыр чемпионы булған  Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры  Шамил  Саҙрыев иҫтәлегенә ойошторолған сарала  районыбыҙ тренеры  Фәрдүс Әхмәтов етәкселегендә   дүрт спортсы  - Руслан Абдуллаев, Айбулат Сафин, Илгир Шәрәфетдинов һәм   Роман Хажин лайыҡлы сығыш яһаны.

Көрәш һөҙөмтәләре буйынса Иогир Шәрәфетдинов  - чемпион, ә Роман Ханжин — көмөш призер булды!  Улар икеһе лә  билбау көрәше буйынса республика йыйылма командаһы ағзалары.

Спортсы егеттәрҙе һәм уларҙың тренеры Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтовты еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!
Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!
Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!
Асҡын көрәшселәрен ҡотлайбыҙ!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас