Тәү тапҡыр был иҫтәлекле көн 2007 йылдың 9 декабрендә билдәләнде, әммә уның тәрән тарихи тамырҙары һәм быуатлыҡ традициялары алыҫ йылдарға барып тоташа.
Шул геройҙарҙың береһе, Бөрө ҡалаһы егете Борис Дудко – 124-се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары махсус хәрби операция барышында иҫ киткес ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән наградланды. Уның етәкселегендәге танк ротаһы ҡаршы яҡ көстәрҙе юҡ итеп, нығытылған биләмәне ала. Шәхси состав Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителә.
2022 йылдың 24 февраленән үҙ подразделениеһы составында Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһын яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк гвардия майоры Борис Дудко командованиеһындағы танк ротаһы алға ҡуйылған бурыстарҙы, геройҙарса алышып, уңышлы үтәй. Д. тораҡ пункты эргәһендә Украинаның хәрби көстәре менән алыш һөҙөмтәһендә танк ротаһы дошмандың егермегә яҡын танкын, 18 БМП машинаһын һәм 200-гә яҡын һалдатын юҡ итә. Борис Дудко етәкселек иткән танк экипажы ете танкты, байтаҡ дошманды ҡыра. Ошо яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн командир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була, ә хеҙмәттәштәре –Ҡаһарманлыҡ орденына.
Рәсәй Геройы республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһында 1989 йылда Эске эштәр министрлығы офицеры ғаиләһендә тыуған. 2007 йылда Бөрөләге 4-се дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай. Ошо йылдан ул Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә, Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡазан юғары танк команда училищеһы курсанты була. Уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәтен Псков ҡалаһында, 76-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Чернигов гвардия һауа-десант дивизияһында дауам итә. Сүриәлә ике тапҡыр хәрби бурысты үтәй.
Геройҙың ҡатыны Гөлнара ла Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул ирен “ысын ир һәм Ватанын яратҡан илһөйәр” тип иҫәпләй. Хәрби ҡатыны булыу, йәшәү урынын йыш алмаштырыу, ирен оҙайлы командировкаларҙан көтөп алыуы еңел түгелдер.
– Беҙ уның менән мәктәптә КВН-ға әҙерләнгәндә таныштыҡ. Боря бик күңелсәк, ҡыйыу булыуы менән оҡшаны. Осрашҡанда ул үҙенең Ҡазан танк училищеһына уҡырға инергә теләүе хаҡында әйтте. Шул саҡта уҡ ғүмерен хәрби тормош менән бәйләргә теләй ине. Мин Мәскәүгә йәки Питерға уҡырға инергә хыялланғайным, тик ғашиҡ булдым һәм Ҡазанға китергә булдым, – тип хәтерләй Гөлнара Дудко.
Ҡыҙ институтта беренсе курсты тамамлағанда, егет тә ошо ҡалаға уҡырға килә. Бер нисә йылдан йәштәр өйләнешә һәм башҡа ҡалаға күсеп китергә тура килә. "Мин уның артынан теләгән ергә, хатта ер сигенә күсеп китергә риза, сөнки ул - ысын мәғәнәһендә яҡлаусы, һаҡлаусы. Барып етеү менән тормошто, көнкүреште яйлай, ә мин балалар тураһында хәстәрлек күрәм”, – ти әсә. Улар инде 18 йыл бергә, һигеҙ йәшлек Мира, өс йәшлек Лев исемле улдары бар.
Геройҙың атаһы Александр Иванович һәм әсәһе Маргарита Александровна улдарының юғары награда алыуына шат, әммә улар өсөн Бористың иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуы барыһынан да мөһим. Яугирҙең олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ә өләсәһе – тыл хеҙмәткәре. Бындай фиҙакәр, ҡаһарман туған-ырыу менән илһөйәр булмай сара юҡ.
Фото: https://birskpress.ru/news/SMO/2022-12-09/birskiy-paren-boris-dudko-stal-geroem-rossii-