Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2023, 19:55

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр

Асҡын ирекмәндәре лә изге акцияға ҡушылды.

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр

 

Ирекмән – ул ваҡытын һәм үҙен йәлләмәй йәмғиәткә изгелек ҡылған кеше. 

 Ирекмәндәр отрядтары төрлө акциялар, шәмбе өмәләре үткәрә, ҡала урамдарын йәшелләндереү менән шөғөлләнә, ауыр тормош хәлендә ҡалған оло йәштәгеләргә, приютта йәшәүсе балаларға ярҙам итә, ғөмүмән һәр ваҡыт кемгә лә булһа файҙа килтерерлек эштәр башҡара. Ҡышҡы миҙгелдә улар ярҙамға мохтаж кешеләргә барып, йорт алдарын, һуҡмаҡтарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә.

 Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, уҡыусылар һәм студенттар районда иғлан ителгән “Изге  ирек көндәре” акцияһына ихлас ҡушылды. Улар оло йәштәге һәм сәләмәтлектәре сикле кешеләргә, шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә барып ярҙам итте.  Ҡайҙа утын ярҙылар, ҡайҙалыр йорт алдарын, ихаталарын ҡарҙан таҙартты.

Ауыр саҡта  берҙәмлек һәм теләктәшлек өлгөһө күрһәткән райондаштарыбыҙға  рәхмәт.

Әйткәндәй, ирекмәндәр сафтары тирә-яҡты яҡшыраҡ, матурыраҡ итер өсөн тырышҡан, өлкән быуынға ярҙамға килергә әҙер булған фекерҙәштәре менән даими рәүештә тулылана бара.

Наилә Имаева.

 

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас