Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2023, 09:30

Афарин, Раил!

   Илһөйәр, тырыш уҡыусы Раил Әхмәров Мәскәүгә барҙы! Уңыш, белеүегеҙсә, тик  тырыштарға   йылмая!

Афарин, Раил!
Афарин, Раил!

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Раил Әхмәровтың көҙгө каникул көндәре бигерәк тә фәһемле һәм иҫтәлекле була. Ул  уҡытыусыһы  Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина менән илебеҙҙең  баш ҡалаһы Мәскәүҙе күреүгә ирешә.

 Ә был бәхет уға  “Беҙ Рәсәй ғорурлығы”  Бөтә Рәсәй   тикшеренеүҙәр һәм ижади эштәр конкурсында 3 -сө  урын  яулағаны өсөн бирелә. Раил етәксеһе Айгөл Мәжит ҡыҙы менән Мәскәүҙә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты!

Афарин, Раил! Һиңә артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: