Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2023, 16:35

Туған тел һағында тороусылар белемдәрен камиллаштырҙы

Бөгөн Өфөлә  башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе етәкселәре өсөн   методик семинары уҙҙы.

Туған тел һағында тороусылар    белемдәрен камиллаштырҙы
Туған тел һағында тороусылар белемдәрен камиллаштырҙы

 

Өфө  киң  профилле   һөнәри  колледжында “Яңыртылған дөйөм белем биреү һәм махсус  белем биреү федераль дәүләт белем биреү стандарттарын  индереү һәм ғәмәлләштереү шарттарында   башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың актуаль проблемалары” тигән темаға уҙған  республика  методик семинарында   Асҡын районынан  башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина ҡатнаша.

“Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы уҡыу йорто директорының   уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Зүлиә Зиннәт ҡыҙы Ҡырымғужина сәләмләне.

 Артабан ошо уҡыу йорто уҡытыусыһы,  филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров “Өфө киң профилле һөнәри колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыуҙың ҡайһы бер алымдары” тигән темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән  министрлығының Милли мәғариф идаралығының милли  мәғариф бүлеге етәксеһе  Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина  Яңыртылған  Федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарын ғәмәлләштереү шарттарында Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу тураһында бик ентекле итеп һөйләне.

Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү сиктәрендә колледж эшмәкәрлеге тураһында  биология фәндәре кандидаты Эльза Владимировна Бәширова һөйләне.

Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ғайсина үткәргән “Интерактив технологияларҙы ҡулланыу ярҙамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын үҫтереү”, Руфина  Зәки ҡыҙы Камалова үткәргән “ Төньяҡ-көнбайыш диалекты  шарттарында  башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем алыусыларҙың коммуникатив    компетенцияларын үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәрестәре  бик фәһемле булды.

 

Рәсәй  белем биреү платформаһында “Башҡорт теле” предметы  буйынса эш тәжрибәһе менән  Борай 2-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы   Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева бүлеште.

Артабан сығыш яһаусылар һәләтле балалар менән эшләү, уҡыусыларҙы имтихандарға әҙерләү тураһында  фәһемле фекерҙәрен еткерҙе. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө семинар беҙҙең өсөн бик файҙалы, фәһемле булды. Яңы мәғлүмәт  һәм тәжрибә тупланыҡ”, — тип хәбәр итте Илүзә Әлтәф ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

 

 

Туған тел һағында тороусылар    белемдәрен камиллаштырҙы
Туған тел һағында тороусылар белемдәрен камиллаштырҙы
Читайте нас: