Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2023, 12:30

Ҡариҙел уҡытыусылары — “Остаз”да

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең башланғысы менән “Остаз” республика конкурсының төбәк этабы бөгөн Дыуан районында уҙа.  

Ҡариҙел уҡытыусылары   — “Остаз”да
Ҡариҙел уҡытыусылары — “Остаз”да

 

Был  мәртәбәле  бәйге Уҡытыусы һәм остаз йылына, республикала иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арнала.

Белеүегеҙсә, конкурс республика буйынса бер нисә зонала үткәрелә. Артабан еңеүселәр 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә финалда осрашасаҡ.

Бөгөн Дыуан районы Мәсәғүт ауылында уҙған бәйгелә Салауат, Ҡариҙел, Мәсетле, Ҡыйғы һәм Дыуан райондарының башҡорт теле уҡытыусылары һөнәри оҫталыҡта көс һынаша.

Был проект уҡытыусыларҙы туплау, уҡытыуҙың яңы методикалары менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп булдырылған. Ярыш барышында командалар үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырырға, уҡытыуҙың яңы алымдары, үҙҙәре ҡулланған заманса технологияларҙы күрһәтергә, милли мәғарифҡа, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирергә тейеш.

Командаларға уңыштар теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

 

Ҡариҙел уҡытыусылары   — “Остаз”да
Ҡариҙел уҡытыусылары   — “Остаз”да
Ҡариҙел уҡытыусылары   — “Остаз”да
Ҡариҙел уҡытыусылары — “Остаз”да
Читайте нас: