Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2023, 22:15

Ринат Зөфәр улы Харисовты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, 9 октябрҙә,  Башҡортостан Башлығы   Радий  Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ринат Зөфәр улы Харисовты  ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Ринат Зөфәр улы Харисовты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

“Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы” тигән маҡтаулы исемгә  “Сыңғыҙхан” тигән билдәле ижади берекмәнең өс рәссамы лайыҡ булды. Улар араһында Борай районы Кәшкәләү ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Төркиәлә һәм Өфө ҡалаһында йәшәүсе һәм ижад итеүсе танылған рәссам Ринат Зөфәр улы Харисов та бар.

Ринат Харисов хәҙерге заман һынлы сәнғәтенең классигы тип һанала. Уның ижадының төп темаһы — халыҡ тормошо. Персонаждары күбеһенсә ауыл кешеләренән тора; сюжеттарында уларҙың көндәлек тормошоноң, ғөрөф-ғәҙәттәренең, йолаларының үҙенсәлектәре, еңелсә юмор, хикәйәт, притча мотивтары осрай.

 Рәссам үҙенең сюжеттарын һәм образдарын күңеленән, хәтеренән, бала саҡ хәтирәләренән ала, уларҙы ихлас һөйөү менән биҙәй, ә милли колорит булыуы әҫәрҙәренә һәр ваҡыт йылылыҡ, сағыулыҡ, ихласлыҡ бирә.

Ринат Зөфәр улын лайыҡлы награда алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Наилә Имаева.

Ринат Зөфәр улы Харисовты  ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Ринат Зөфәр улы Харисовты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: