+14 °С
Ясна
Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе егетте оҙатырға яҡындары, туғандары, ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов, район хакимиәте вәкилдәре килде.
“Бөтә хеҙмәт һынауҙарын лайыҡлы үтеп, иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайт. Имен тормошҡа ҡайтҡас, барлыҡ пландарың тормошҡа ашһын”, — тип изге теләктәрен еткерҙе оҙатҡанда район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов.
Ә ҡыйыу яҡташыбыҙҙың теләктәре изге: иҫән–имен йөрөп ҡайтып, өйләнергә һәм йорт төҙөргә!
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, МХО-ға юлланыусы райондашыбыҙға хәйерле, изге, имен юлдар теләйбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, ҡыйыу егет!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Петропавловка ауыл биләмәһенән бөгөн МХО-ла барыһы туғыҙ егет илебеҙ именлеген һаҡлап, хеҙмәт итә.
Наилә Имаева.