+14 °С
Ясна
Борай ауылының 2-се гимназияһында яңы иҫтәлекле урын — Уҡытыусы һәм остаз аллеяһы барлыҡҡа килде.
Уны гимназияның 5а, "Шайморатов" исемен йөрөтөүсе 6ш класы, шулай уҡ 11-се класты тамамлаусылар ултыртты.
Бөтәһе 26 ҡыҙыл миләш үҫентеһе ултыртылды.
Үҫентеләр өмөт, хәстәрлек, үҫеш һәм үҫеш ынтылышын кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр педагогтарҙың нигеҙендә ята.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.
Борай районы.