Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь , 14:25

Күпселек тауышты "Берҙәм Рәсәй" йыйған

Иң юғары күрһәткестәр Тәтешле, Благовар, Баҡалы, Балтас, Благовар, Ейәнсура райондарында, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларында билдәләнгән.    

Күпселек тауышты "Берҙәм Рәсәй" йыйған
Күпселек тауышты "Берҙәм Рәсәй" йыйған

10 сентябрҙә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим көн булды – Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайланы. Берҙәм тауыш биреүҙә республика халҡы әүҙемлек күрһәтте һәм республиканың киләсәге өсөн үҙ өлөшөн индерҙе.

11 сентябрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары менән таныштырҙы.  

– Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау һәм урындағы һайлауҙар үтте, бөтәһе 778 һайлау кампанияһы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа кандидаттар биш партиянан сығыш яһаны. Был парламент партиялары: “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы, “Яңы кешеләр”, Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы.

Улар берҙәм округ һәм бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар тәҡдим итте. Тағы ла ике кандидат бер мандатлы округтарҙа “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы һәм “Родина” партияһынан сығыш яһаны. Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа 110 мандатҡа ете партиянан 844 кандидат һәм үҙ-үҙен күрһәтеүсе дәғүә итте. Урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа 7 025 мандатҡа 14 меңдән ашыу кандидат теркәлде. Улар биш парламент партияһын, шулай уҡ “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһын, Пенсионерҙар партияһын, “Граждандар Платформаһы” партияһын күрһәтте. Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа бөтәһе туғыҙ партия ҡатнашты, – тине Илона Макаренко.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 11 сентябрендә иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата берҙәм округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа протоколдарҙың 94,90 проценты эшкәртелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 52,48 проценты тауыш биреүҙә ҡатнаша. Илона Макаренко әйтеүенсә, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү 49,08 процент тәшкил иткән.

10 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса иң юғары күрһәткестәр Тәтешле, Благовар, Баҡалы, Балтас, Благовар, Ейәнсура райондарында, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларында билдәләнгән. Өфө ҡалаһында һайлаусыларҙың күбеһе Дим һәм Орджоникидзе райондарындағы участкаларҙа булған.

Эшкәртелгән протоколдар һөҙөмтәләре буйынса сәйәси партиялар киҫегендә һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә бүленгән:

“Берҙәм Рәсәй” – 69,11 процент, КПРФ – 11,65 процент, ЛДПР – 7,74 прцент, Ғәҙел Рәсәй хәҡиҡәт өсөн – 7, 31 процент,  “Яңы кешеләр” – 3,37 процент.

Тауыш биреү барышын күҙәтеүселәр күҙәтте. Территориаль һәм участка һайлау комиссияларында бөтәһе 14 121 күҙәтеүсе булған, шуларҙың 65-е – территориаль һайлау комиссияһында. Иң күп күҙәтеүселәрҙе сәйәси партиялар тәғәйенләгән – 7 572, йәмәғәт контроле субъекттарынан һайлауҙы – 5 050, кандидаттарҙан  – 1 500 кеше күҙәтеү алып барҙы.

Күҙәтеүселәрҙән тыш, тауыш биреү барышын киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре күҙәтә, һайлау участкаларында 75 киң мәғлүмәт сараһы редакцияһынан – 215 кеше.

Һайлау кампанияһының башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Үҙәк һайлау комиссияһының телефон “ҡыҙыу линияһы” эшләй. “Ҡыҙыу линия”ға бөтәһе 321 мөрәжәғәт килгән, шул иҫәптән 280-е – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау буйынса, 41-е – урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау буйынса. Берҙәм тауыш биреү көнөндә 95 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 90-ы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм 5-е урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарға ҡағыла.

Шылтыратыуҙарҙың төп өлөшө – 88-е һайлау өлкәһендә мәғлүмәт алыуға (һайлауҙар тураһында ҡануниәт нормаларын аңлатыу, һайлауҙар тураһында ҡануниәтте ҡулланыу практикаһына (шул иҫәптән «мобиль һайлаусы» механизмына), белешмә мәғлүмәт алыуға (адрестар, бәйләнештәр, һайлау комиссияларының эш режимы, сайттар буйынса навигация), яҙма мөрәжәғәт тәртибен аңлатыуға ҡағылған. Шулай уҡ һайлау комиссияларының ҡарарҙарына, ғәмәлдәренә (сара күрмәүенә) – дүрт ялыу, һайлаусылар исемлеген төҙөү, һайлауҙарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү, һайлау ҡануниәтен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса бер  бер ялыу килгән. “Ҡыҙыу линия” 11 һәм 12 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 14-кә тиклем эшләй.

– Берҙәм округ буйынса һайлауҙарға Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, бер мандатлы округтар буйынса округ һайлау комиссиялары йомғаҡ яһай. Комиссияларҙың йомғаҡлау ултырыштарынан һуң республикабыҙ граждандарының Башҡортостан Республикаһы етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары итеп кемде һайлағандары билдәле буласаҡ, – тине Илона Макаренко.

Фото: vk.com/erbashkortostan

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2023-09-11/k-pselek-tauyshty-ber-m-r-s-y-yyy-an-3430513
Автор:
Читайте нас в