Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь , 13:00

Быйыл әбейҙәр сыуағы ике тапҡыр буласаҡ!

Синоптиктар беҙҙе ҡыуандыра. Тиҙҙән – алтын көҙ һәм йылы көндәр!

Быйыл әбейҙәр сыуағы ике тапҡыр буласаҡ!
Быйыл әбейҙәр сыуағы ике тапҡыр буласаҡ!

Рәсәй гидрометүҙәгендәге бүлек етәкселәренең береһе Юрий Варакин яҡшы фараздар менән бүлешә.

Уның күҙаллауынса, яҡын арала Мәскәүгә һәм яҡын-тирә өлкәләргә әбейҙәр сыуағы килә. Теүәлерәк әйткәндә, Үҙәк федераль округында аяҙ һәм ҡояшлы көндәр 13 – 19 сентябргәсә буласаҡ.

15 сентябрҙән һуң, бәлки, матур көндәр беҙгә лә килеп етер. Метеорологтар Көньяҡ Уралда сентябрҙең икенсе яртыһында +24, +26 градус көндәр буласағын фаразлай.

Әлбиттә, тағы бер нисә көн ямғыр яуыуы ихтимал.

“Фобос” үҙәге иҫәпләүенсә, әбейҙәр сыуағы икенсе тапҡырға октябрҙә күҙаллана.

Әйткәндәй, фараздарҙың ғәмәлгә ашмауы ла мөмкин. Белгестәр, күпкә алдан көн торошон теүәл билдәләп булмай, ти.

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-11/byyyl-bey-r-syua-y-ike-tap-yr-bulasa-3429967?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас в