Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Сентябрь 2023, 10:45

Яңы Ҡарала халыҡ әүҙем тауыш бирә

Һайлау участкаһы гөрләп тора!  

Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирәЯңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала халыҡ әүҙем тауыш бирә


Яңы Ҡара ауылы мәктәбендә урынлашҡан 918-се һайлау участкаһында Яңы Ҡара, Иҫке Ҡара, Урыҫ Ҡара, Михайловка һәм Әлйәгеш ауылдары һайлаусылары тауыш бирә.
“Беҙҙең участкала һайлау тыныс шарттарҙа уҙа. Барлығы 195 һайлаусы исемлектә. Быйыл дүрт һайлаусы беренсе тапҡыр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй. Улар: Айсар Ғәлимйәнов, Алена Низаева (Яңы Ҡара), Альбина Ғарифуллина (Иҫке Ҡара), Таңһылыу Ғәлиханова (Әлйәгеш).
Иҫке Ҡара ауылынан килендәштәр Нәҡиә Рамазан ҡыҙы Харисова менән Хәмидә Фәттәх ҡыҙы Харисова иң оло һайлаусыларыбыҙ. Уларға 89 йәш. Иң тәүге һайлаусы булып Рөстәм Хәйруллин килде. Ул комплексҡа эшкә ашыға ине”, — тип һөйләне 918-се һайлау участһаһы рәйесе урынбаҫары Гөлнара Шәйхинурова. - Быйыл әлйәгештәр беренсе тапҡыр беҙҙә һайланы. Улар бик әүҙем булды. Кемдең машинаһы бар, машинаһы менән килде. Оло йәштәгеләрҙе автобус менән берҙәм алып килделәр. Һайлау комиссияһы рәйесе Зәләф Ҡәҙим улы уларҙы ихлас ҡаршы алып торҙо. Тауыш биргәндән һуң да ҡайтырға ашыҡманы улар, рәхәтләнеп һөйләшеп, хәл-әхүәл белешеп ултырҙылар, сәйҙәр эсеп ҡайтып киттеләр.

Шулай, бөгөн беҙҙең һайлау участкаһы гөрләп тора! Мөһим сараға байрамға килгәндәй күтәренке рухта килә халыҡ. Беҙ бик шат!”

Наилә Имаева.

Гөлнара Шәйхинурова фотолары.



Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала  халыҡ  әүҙем тауыш бирә
Яңы Ҡарала халыҡ әүҙем тауыш бирә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас