Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Сентябрь 2023, 04:45

Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә

Баҙансат ауылында һайлау ойошҡан рәүештә бара.

Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтәОло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә
Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә

Баҙансат ауылының иң оло һайлаусыһы Рифғәт Әхмәҙинур улы Кирәев 1935 йылда тыуған.

“Мин бер ваҡыт та һайлауҙы ҡалдырғаным юҡ. Һәр саҡ үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәп, лайыҡлы кандидат өсөн тауышымды бирәм. Бөгөн дә иртә менән ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан  933-сө һайлау участкаһына килеп, үҙ тауышымды бирҙем. Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙағы ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын”, - ти Рифғәт ағай.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рифғәт ағай ил-көн яңылыҡтарын белеп тора. Ул әле лә бик зирәк, шаян һүҙле, әүҙем тормош алып бара.

Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә
Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә
Оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас