Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Сентябрь 2023, 09:35

98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күпте күргән, күпте кисергән ағинәй Гөлнәфизә Нәбиулла ҡыҙының  хәтере яҡшы,  ил-көн яңылыҡтарын белеп тора.

98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе
98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе

916-сы Ҡаҙансы һайлау участкаһы буйынса барлығы ете граждан өйҙә тауыш биреүгә ғариза биргән.
Улар, башлыса, оло йәштәгеләр, сәләмәтлектәре буйынса өйҙән сығып йөрөй алмаған кешеләр.
Өйҙә һайлаусылар араһында Урманкүл ауылында йәшәүсе Гөлнәфизә Нәбиулла ҡыҙы Нәбиуллина ла бар. 25 майҙа уға 98 йәш тулған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күпте күргән, күпте кисергән ағинәйҙең хәтере яҡшы, күҙлек менән гәзит уҡырға ла тырыша, ил-көн яңылыҡтарын белеп тора. Үҙен хәстәрләп, көн дә хәлен белеп, ярҙам итеп торған күршеләренә, ҡышҡылыҡҡа алып ҡараған килене Ильвераға рәхмәтле.
Гөлнәфизә Нәбиулла ҡыҙы быйыл июль айында 108 йәшендә донъя ҡуйған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллахан Нурислам улы Нурисламов менән ике туған булып сыға. Ағаһы менән осрашҡан сағында улар икәүләшеп йырларға яратҡан, донъя ҡиммәттәре тураһында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән. Күршеһендә генә йәшәүсе ветерандың улы менән килене бөгөн үҙенә һәр төрлө ярҙам итеп йәшәй.
“Өлкән быуын кешеләре һәр саҡ әүҙемлектәре менән һоҡландыра. Бөгөнгө тауыш биреүҙә лә ихлас ҡатнашалар. Өйҙәренә килеүсе һайлау комиссияһы ағзаларын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, - ти 916-сы һайлау участкаһы ағзаһы Нурия Тәлғәт ҡыҙы Шаймарҙанова. — Бер һайлауҙы ла ҡалдырмай, һәр саҡ әүҙем ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәп килгән Гөлнәфизә әбей ҙә әллә ҡайҙан әйҙүкләп беҙҙе ҡаршы алды. Беҙҙең менән ихлас һөйләшеп, алдағы көндәрҙең тыныс булыуын, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуын теләп, үҙ тауышын бирҙе”.
Наилә Имаева.

Нурия Шаймарҙанова фотоһы.

 

98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе
98 йәшлек ағинәй өйҙә тауыш бирҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас