

Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса республика Башлығы Хакимиәте, министрлыҡтар, ете район вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмә сиктәрендә район Мәҙәниәт һарайы майҙанында “Балтас балы” йәрминкәһе гөрләп үтте.
Райондың төрлө ауылдарынан килгән умартасылар үҙҙәренең бал продукцияларын тәкдим итте. Бында район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн туранан-тура умартасыларҙан бал һәм башҡа төрлө продукттарҙы һатып алыу мөмкинлеге булды.
Фирғәт Нәбиуллин.