

Турист һөнәрселәре араһында бер нисә номинацияла призлы урынды яулап
Эльвира Фәхрисламова менән Ольга Попкова абсолют лидерҙар һаналды.
Эльвираға тәбиғи таштарҙан «Ҡара ҡарағат» брошкаһын эшләү идеяһы тыуа. Был эше «Туристик сувенир идеяһы» номинацияһында 1-се урын яулай. «Ҡала сувениры» номинацияһында уның киләһе автор эше «Ҡаланы бергәләп биҙәйбеҙ» китапсығы еңеү яуланы.
Ольга ҡулдан эшләнгән һабындары менән билдәле. Ул шулай уҡ бер нисә номинацияла («Төбәк сувениры», «Ваҡиға сувениры», «Ҡала сувениры») призлы урын яуланы.
Татьяна Костина менән Светлана Шамшиеваның эштәре лә жюри күҙлегенән ситтә ҡалманы һәм 2-се һәм 3-сө урындар менән баһаланды.
Ғәлиә Ғәниева.