Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Сентябрь 2023, 04:15

Ҡариҙел ағинәйҙәре яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа: 

Ҡариҙел ағинәйҙәре яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләйҠариҙел ағинәйҙәре яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй
Ҡариҙел ағинәйҙәре яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй

Түбәнге Балмазы ауылында йәшәүсе  хаҡлы ялдағы ағинәйҙәр  Далира Ғәбделфаяз ҡыҙы Нуриәхмәтова менән Вәсимә Шәймулла ҡыҙы Вәлинурова изге эшкә тотондо. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ойоҡбаштар бәйләй башланы.

 - Күҙ нурҙарыбыҙҙы биреп, күңел йылыһы менән бәйләнгән ойоҡбаштарыбыҙ егеттәребеҙҙең аяҡтарын йылытһын, тыуған яҡ йылыһын да тойһондар, - ти улар. Инәйҙәрҙең изге эштәре сауаплы булһын.

Әйткәндәй, Вәсимә Шәймулла ҡыҙының был мәрхәмәтлелеге беренсе тапҡыр түгел, заманында ул бик күп ойоҡбаштар, башмаҡтар бәйләп Бөрө ҡалаһындағы балалар йортона илтеп тапшырғайны.

Гөлнара Солтанова.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас