Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Сентябрь 2023, 05:00

Яңы уҡыу йылы башланды

 ӨФө  фән һәм технологиялар университетының  Бөрө филиалында уҡыу йылын асыу тантанаһы уҙҙы.

Яңы уҡыу йылы башландыЯңы уҡыу йылы башланды
Яңы уҡыу йылы башланды

Биология һәм химия факультеты бинаһы эргәһендә үткән тантаналы линейкала   студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы тулҡынландырғыс мөхит һәм шатлыҡлы кәйеф солғап алды.
Барлыҡ сәләмләү һүҙҙәре беренсе курс студенттары башлаған этаптың мөһимлеге менән һуғарылды. ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы директоры Ғәниев Винер Вәлиәхмәт улы, шулай уҡ университеттың башҡа етәкселәре студенттарҙы Белем көнө менән ҡотланы һәм уңышлы уҡыу йылы теләне.
Байрам өлкән курс студенттары әҙерләгән сағыу концерт программаһы менән йәмләнде.
Шулай итеп, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы яңы уҡыу йылына үҙ ишектәрен асты. Беренсе курс студенттары, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм тәжрибәле өлкән курс студенттары менән бергә, уҡыу йортоноң бай тарихының бер өлөшө булып, үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра башланы.

Фотолар «Пресс-центр БФ УУНиТ» төркөмөнән алынды.
Ҡазыханов Илшат.

Яңы уҡыу йылы башланды
Яңы уҡыу йылы башланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас