

“Белем көнө Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә ҙур әҙерлек менән бик матур үтте.
Тантаналы линейкала уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, педагогик хеҙмәт ветерандарын, ата-әсәләрҙе ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, район Советы депутаты Илшат Фәнзил улы Сәмиғуллин, “Танып” шифаханаһы директорының медицина һорауҙары буйынса урынбаҫары Илдар Зөфәр улы Зиннәтуллин, мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова ҡотланы һәм яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.
Мәктәптә барыһы 90 уҡыусы. 1-се класҡа — 8, 11-се класҡа ике уҡыусы килде.
Яңы уҡыу йылында мәктәбебеҙгә йәш уҡытыусы Алһыу Фәнил ҡыҙы Ризванова эшкә ҡайтты. Ул логопед, педагог-психолог, дефектолог вазифаларын башҡарасаҡ. Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылынан беҙҙең мәктәптә физика дәрестәрен тәжрибәле уҡытыусы Булат Әхмәтнур улы Хөсйәенов алып арасаҡ", — тип хәбәр итте Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!
Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
Наилә Имаева.