Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Август 2023, 03:10

1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә

Тәбиғи газ менән ҡулланаһыңмы? Тимәк был яңылыҡ һеҙҙең өсөн!

1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә
1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә

Быйыл 1 сентябрҙән йорттарҙағы һәм фатирҙарҙағы газ ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү менән газ бүлеү ойошмалары ғына шөғөлләнәсәк. Был хаҡтағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған. Ошо ҡарар күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси өйҙәрҙә газдан файҙаланыуҙың хәүефһеҙлеген күтәреүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Әйткәндәй, быйыл 1 майҙан илдә газдан файҙаланыуҙы иҫәпләү приборҙарын тикшереү ҡағиҙәләренә яңы дәүләт стандарты үҙ көсөнә инде. Магнит полеһы тәьҫиренә счетчикты тикшереү процедураһы индерелеүе лә – стандарттағы мөһим үҙгәрештәрҙең береһе. Был газ иҫәпләү приборҙарын тикшереү өсөн әҙерләнгән тәүге документ булып тора. Стандартҡа ярашлы, газды иҫәпләү приборҙарын бары юридик берәмек милли системаһында аккредитацияланған дәүләт ойошмалары йәки шәхси эшҡыуарҙар ғына тикшереү хоҡуғына эйә.

Ҡабул ителгән яңы ГОСТ-ҡа инде­релгән төп үҙгәреш – газ иҫәпләү при­борҙарын тикшереүҙе көсәйтеү, ул теүәлерәк һәм асыҡ булһын өсөн эште яҡшыртыу.

Автор:Ильфира Аккужина
 
https://aulut.ru/news/novosti/2023-08-29/1-sentyabr-n-g-resht-r-k-t-l-3410330?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572
Автор:
Читайте нас