

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге республика Хөкүмәте ултырышында «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү тәртибе ҡаралды. Быйыл 1 сентябрҙә старт аласаҡ конкурс һайлап алыуында бер нисә үҙгәреш көтөлә.
2011 йылда Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын һаҡлау һәм алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү маҡсатында ойошторолған конкурсты үткәреү тәжрибәһе менән күрше төбәктәр генә түгел (Удмуртия, Татарстан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы), шулай уҡ Бурятия, Байкал аръяғы крайы һәм Яҡутстан да ҡыҙыҡһынған, тип билдәләне Премьер-министр.
Билдәле булыуынса, конкурстың приз фонды - 40 млн һум.
Быйыл да был сумма һаҡлана, әммә бәйгене уҙғарыу тәртибе үҙгәрә. Онлайн-тауыш биреү ваҡытында бер тораҡ пункт өсөн бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин буласаҡ.
Бынан алдағы конкурста призлы урындар яулаған ауылдар бәйгелә ҡабаттан ҡатнаша алмай. “Айыҡ ауыл” 2023 йылдың 1 авгусынан 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ике этапта үтәсәк. I этап (муниципаль) - 2023 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем, Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының тораҡ пункттары араһында үткәрелә; II этап (республика этабы) - 2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 30 апреленә тиклем, ауылдар - муниципаль этап еңеүселәре араһында үткәрелә.