Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Август 2023, 14:40

Батыр рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә

Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыу билдәләнә. Уның хаҡында иҫтәлек миллионлаған кешенең йөрәгендә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа батырҙың хәтерен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла: китаптар яҙыла, йырҙар ижад ителә, спектаклдәр ҡуйыла, уның хөрмәтенә һәйкәлдәр асыла.

Батыр рухы - беҙҙең йөрәктәрҙәБатыр рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Батыр рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә

2022 йылдың 11 октябрендә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Өфөнөң совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға арналған ҙур комплекс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

2020 йылдан алып республикабыҙ мәктәптәрендә «Шайморатов кластары» асыла. Был класта уҡығандар ошондай ант биреп инә:

"Бөгөнгө тантаналы көндә иптәштәрем һәм уҡытыусыларым алдында „Шайморатовсы“ исемен хөрмәт менән йөрөтөргә ант итәм! Халҡыма тоғро булыу, ватан өсөн һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә лайыҡлы булыу, тыуған еремдең тоғро улына (ҡыҙына) ант итәм! Лайыҡлы уҡырға, Ватанға хеҙмәт итергә әҙерләнергә, һәр ваҡыт Шайморатовтың девизына эйәрергә: „Салауат тоҡомдары сигенергә белмәй!»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған «Ат уйнатып алдан бара» спектакле  Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡтарына арналған.

Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, Генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында роман донъя күрҙе. Уның авторы – билдәле башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә тарихсы Фәрит Вәхитовтың «Триумф и трагедия генерала Шайморатова» китабы яңынан баҫылып сыҡты. Баҫма «Мәктәп китапханаһы»серияһында сығарылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, китаптың тәүге баҫмаһы 2019 йылда легендар комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы донъя күргәйне.

Тыуған яғында ла уны онотмайҙар. Уҙған йома Ҡырмыҫҡалы районында уның тыуыуына 124 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтте. Шайморат ауылының Еңеү паркында иртән урындағы халыҡ, активистар, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ йәш шайморатовсылар йыйылды. Сара легендар комдивтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Бында ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовты, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан «Шайморатов-генерал» халыҡ йырын башҡарҙы.

Шайморатовтың вариҫтары махсус хәрби операцияла  илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауын дауам итә. Беренсе ирекле башҡорт батальонына Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-08-27/batyr-ruhy-be-e-y-r-kt-r-3407188?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас