

3 кг ҡыяр
300 г кишер
1,5 аш ҡалағы тоҙ
3 аш ҡалағы шәкәр
1 баш һарымһаҡ
200 г үҫемлек майы
200 г 9 % аш һеркәһе(уксус)
ярты пакет корейса кишер әҙерләү өсөн тәмләткестәр(приправа для корейской моркови)
Әҙерләү :
Ҡыярҙы, кишерҙе йыуып таҙартҡас, буйына ҡырҡабыҙ (махсус ҡырғыс аша үткәрергә лә мөмкин).
Һарымһаҡты иҙеп һалабыҙ, тәмләткес ҡушабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ.
Тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, аш һеркәһе һалып бутайбыҙ ҙа бер көнгә өй йылылығында ҡуйып торабыҙ.
Алдан әҙерләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа 15 – 20 минут ҡайнар һыуҙа стерилләйбеҙ, яҡшылап ябып ҡуябыҙ.
Ҡышын табынға биргәндә кунжут йә етен орлоғо ҡушырға, лимон һуты йә зәйтүн майы менән бирергә була.
https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_51750