Район хакимиәте алдындағы майҙанға йәш шайморатовсылар, уларҙың класс етәкселәре, уҡытыусылары, ата-әсәләре, район биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәр йыйылды.
Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов сәләмләне.
- Бөгөн беҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. 43 йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул һәр беребеҙ өсөн өлгө булып тора. Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығына, лидерлыҡ һәм эшлеклелек сифаттарына һоҡланып туя алмайбыҙ. Беҙҙең батырыбыҙҙы Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, ә унан ситтә лә беләләр, уның менән ғорурланалар, исемен мәңгеләштерәләр, – тине Динис Рәдис улы һәм күптән түгел генә Луганск Халыҡ Республикаһында эш сәфәре ваҡытында Петровский ҡалаһында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәптә булыуы һәм ундағы халыҡтың батырыбыҙҙы нисек хөрмәт итеүе хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡурҡыу белмәҫ яугирҙары хаҡында район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәни улы Ғәлин бәйән итте.
Ғорурланырлыҡ та шул: данлыҡлы дивизияның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ һәм биш кешеһе Дан орденының тулы кавалеры булған!
Митингта ҡатнашыусы Асҡын 2-се урта мәктәбенең йәш шайморатовсылары – 6-сы В класы уҡыусылары (класс етәкселәре Фирүзә Хәлил ҡыҙы Солтанова) ғорурлыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.
Белеүегеҙсә, был йыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫән саҡта уҡ ижад ителә. Композитор Заһир Исмәғилев яугир-шағир Ҡадир Даян һүҙҙәренә көй яҙа. Йырҙы тәүге тапҡыр 1942 йылдың мартында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара. Ә 1943 йылдың 23 февралендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк була.
Йыр фронт яланындағы яугирҙар һәм яңы һуғышҡа киткән егеттәр өсөн гимнға әйләнә, йәғни шул йылдарҙа танылыу алған “Землянка”, “Катюша”, “Күк яулыҡ”, “Ҡараңғы төндә” йырҙары менән тиңләшә. Был йырҙы төрлө быуын кешеләре әле лә яратып йырла
Ғорурланырлыҡ та шул: данлыҡлы дивизияның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ һәм биш кешеһе Дан орденының тулы кавалеры булған!
Митингта ҡатнашыусы Асҡын 2-се урта мәктәбенең йәш шайморатовсылары – 6-сы В класы уҡыусылары (класс етәкселәре Фирүзә Хәлил ҡыҙы Солтанова) ғорурлыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.
Белеүегеҙсә, был йыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫән саҡта уҡ ижад ителә. Композитор Заһир Исмәғилев яугир-шағир Ҡадир Даян һүҙҙәренә көй яҙа. Йырҙы тәүге тапҡыр 1942 йылдың мартында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара. Ә 1943 йылдың 23 февралендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк була.
Йыр фронт яланындағы яугирҙар һәм яңы һуғышҡа киткән егеттәр өсөн гимнға әйләнә, йәғни шул йылдарҙа танылыу алған “Землянка”, “Катюша”, “Күк яулыҡ”, “Ҡараңғы төндә” йырҙары менән тиңләшә. Был йырҙы төрлө быуын кешеләре әле лә яратып йырлай.
Быйылғы уҡыу йылында “Шайморатов класы” Асҡын 1-се урта мәктәбендә лә асыла. Батырыбыҙ исемен Зөлфиә Рәсил ҡыҙы Әсләмова етәкләгән 5-се В класы (башланғыс кластарҙа Алевтина Васильевна Солодова уҡыта) йөрөтәсәк. Бөгөнгө сарала улар Рәсәй Геройы хаҡында тулҡынланып һәм ғорурланып һөйләне.
Митингта ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлғәле Шайморатовты, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Гөлзифа Мөхәмәтдинова менән Ирина Струкачева алып барған илһөйәрлек менән һуғарылған сара Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә төҙөлгән мемориалға сәскәләр һалыу менән тамамланды.
“Мәҙәниәт “ милли проекты сиктәрендә алынған автоклуб тантаналы митингты һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итте.
Миңлеғәле Шайморатов тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Теманы дауам итеп...
Рәсәй Геройы тураһында китаптар, йырҙар яҙылған. 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөлә Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Ул Ватанды һаҡлаусы яугирҙәргә бағышланған. Хәҙер "Шайморатов вариҫтары" махсус хәрби операция сиктәрендә илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауын дауам итә. Беренсе ирекле башҡорт батальонына Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде.
Наилә Имаева.
й.