Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Август 2023, 06:50

Заманса мәкәптә — заманса шарттар

Бөгөн, 25 августа, Асҡын  район Мәҙәниәт йортонда традицион август кәңәшмәһенең пленар өлөшө уҙа.

Заманса мәкәптә — заманса шарттарЗаманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар

Сара башланғансы ҡунаҡтар һәм педагогтар мәктәп, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмә менән танышты. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 24 августа, Асҡын районы педагогтарының традицион август кәңәшмәһе башланды. Кисә  мәғариф хеҙмәткәрҙәре төрлө дискуссион майҙансыҡтарҙа һәм секцияларҙа эшләне. Ултырыштарҙа  көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Бөгөн, 25 августа, август кәңәшмәһенең пленар өлөшө уҙа.

Ҡунаҡтарға, уҡытыусыларға район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда балалар баҡсалары әҙерләгән фотозона,  ә  фойела мәктәптәр, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге,   Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы күргәҙмәһе бай күргәҙмә материал тәҡдим итте.

Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡашҡа, Урмияҙ, Ҡышлауйылға урта мәктәптәре  “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

 «Һәр баланың уңышы» федераль проектында ҡатнашып,  «Мельница» Балалар ижады үҙәге грант ота. Уның ярҙамында, ижади коллективҡа

яңы йыһаздар һатып алына. Презентация ваҡытында барыһы  тураһында ла һөйләнеләр.

Ҡунаҡтар һәм урындағы етәкселек мәғариф учреждениеларының “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә алынған заманса йыһаздары, ҡорамалдары, эколабораториялары,    Башҡортостан Республикаһы Кванториумы күсмә технопаркының Ҡышлауйылға мәктәбендәге филиалы эшмәкәрлеге  менән танышты – мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре үҙҙәре һайлаған йүнәлештәр буйынса ҡыҫҡаса һөйләп үтте, уңыштарын барланы.

 Уларҙың һәр береһе ҙур иғтибарға һәм маҡтауға лайыҡ ине!

Наилә Имаева.

 

 

 

Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Заманса мәкәптә — заманса шарттар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас