

Яңы уҡыу йылы алдынан район уҡытыусылары үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау, төрлө форумдарҙа һәм өйрәнеү майҙансыҡтарында туплаған тәжрибәләре менән уртаҡлашыу маҡсатында кәңәшмәгә йыйылды.
Бөгөн, 24 августа, секцияларҙа эш бара.
Әлеге мәлдәрҙә Асҡын 2-се урта мәктәбендә директорҙар, уларҙың урынбаҫарҙары, советниктары, класс етәкселәре өсөн дискуссия майҙансыҡтары эшләй.
Майҙансыҡтар эшендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директорының фән һәм тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Александр Федорович Пономарев һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты директоры урынбаҫары Сергей Вячеславович Пихтовников, Башҡортостан Республикаһының Тиҙләтелгән һөнәри әҙерлек үҙәге белгесе Нурсилә Шакир ҡыҙы Кучаева ҡатнаша.
Иртәгә, 25 августа, баш ҡала ҡунаҡтары, район хакимиәте вәкилдәре, башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығында кәңәшмәнең пленар өлөшө үтәсәк.
Район буйынса барлығы 2490 уҡыусы, шуларҙың 200-ө беренсе тапҡыр парта артына ултырасаҡ.
Район мәктәптәрендә 273 уҡытыусы эшләй. Быйыл юғары уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтҡан өс йәш белгес Ҡышлауйылға, Петропавловка һәм Ҡашҡа урта мәктәптәрендә, ә Мәсәғүт педучилищеһын тамамлаған Виктория Владимировна Якимова Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
2023/2024 уҡыу йылында ла кадрҙар мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала.
Дөйөм алғанда, йылдан-йыл мәғариф системаһына ҡуйылған мәсьәләләр ҡатмарланһа ла, беҙҙең районда был өлкә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, һәр ваҡыт етәкселектең ярҙамын тоя. Был уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ҡаҙаныштарында берҙәй асыҡ күренә.
Наилә Имаева.