Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Август 2023, 10:40

Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште

Асҡын 2-се урта мәктәбендә  туған тел уҡытыусыларының  методик берекмәһе ултырышы үтте.

Туған тел уҡытыусылары кәңәшләштеТуған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште

Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина  көн тәртибе менән таныштырып, 2022-2023 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йыллыҡ  эш һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһаны.

Артабан Рәзифә Исмағзам ҡыҙы  Сәйәхинурова  — "Яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары ", Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы Ғәйнелйәнова — “Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек”,  Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова — "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү”, Светлана Әдип ҡыҙы Хәжимуллина —  "Тикшеренеү эшмәкәрлегенең структур элементтары" ,  Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова — “Урал батыр рухын һаҡлап ", Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева, Ралия Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәтдинова  "Йыл уҡытыусыһы – 2023 конкурсы тәьҫораттары" темаларына  сығыш яһаны.  Улар  хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡтимдәрен  еткерҙе, хеҙмәттәштәре менән фекер алышты.

Артабан район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова Төп дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.  Башҡорт теленән имтихан биреүсе уҡыусылар быйыл юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы. Бында уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең дә берҙәм тырышлығын билдәләргә кәрәк. Сөнки  туған тел өйрәнеүҙә ата-әсәләрҙең балаһына һәм туған телгә мөнәсәбәте, ҡарашы, рухи мөхит булдырыуы, һәр саҡ терәк-таяныс булыуы ҙур роль уйнай.

 2023-2024 уҡыу йылына эш планын бергәләп ҡарап, тикшереп,  башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты туған тел һағында тороусылар.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Наилә Имаева.

Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Туған тел уҡытыусылары кәңәшләште
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас