

Рәсәй флагы көнө Асҡын районында киң билдәләнелде.
Һәр ауылда ошо уңайҙан төрлө саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Табаҫҡытамаҡта иһә уҡытыусылар, уҡыусылар һәм теләге булған һәр кем “Берҙәмлек флагы” тигән велоуҙышта ҡатнаша.
— Рәсәй флагын тотоп велосипедта уҙыу — үҙе ғорурлыҡ. Илебеҙ күге тыныс, халҡыбыҙ имен, мул тормошта бәхетле йәшәһен. Халҡыбыҙ киләсәктә лә берҙәм, үҙ-ара дуҫ-татыу булһын! — ти табаҫҡытамаҡтар.
Мәктәптә балалар өсөн илһөйәрлек менән һуғарылған фәһемле әңгәмә үкәрәләр, мауыҡтырғыс конкурстар ойошторалар.
Наилә Имаева.