Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Августа 2023, 09:50

Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?

Яңғыҙ әсә башҡа заемсыларға ҡуйылған шарттарҙа ипотека алырға мөмкин. Банк кредитты хуплаһын өсөн ипотека программаһы талаптарына тап килеүеңде раҫларға кәрәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан  

Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?
Яңғыҙ әсә ипотека ала аламы?

Банктың заемсыларға талаптары:
- ипотеканы рәсмиләштергән ваҡытта 21 йәштән өлкән һәм кредитты ҡаплау мәленә 75 йәштән кесерәк булыу;
- Рәсәй гражданлығы;
- Рәсәй биләмәһендә даими йәки ваҡытлыса теркәлеү;
- Һуңғы эш урынында минималь эш стажы - өс айҙан күберәк булыу.

Шулай уҡ заявканы ҡарау һөҙөмтәһенә йоғонто яһаған шарттар ҙа бар:
- заемсының кредитты түләрлек килеме
- рәсми эш урыны
- һәйбәт кредит тарихы
- беренсе иғәнә 15 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш

Яңғыҙ әсәләр өсөн махсус ипотека ташламалары юҡ. Ипотеканы ҡаплау өсөн яңғыҙ әсә әсәлек капиталы менән файҙаланыуы ихтимал. Әгәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем күп балалы әсәнең өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуһа, ул 450 000 һум күләмендә ипотека түләү өсөн субсидия алырға мөмкин.

https://vk.com/wall-210976796_2173?w=wall-210976796_2173

Автор:
Читайте нас