

Республикала ошо ял көндәрендә, 12 - 13 августа, башлыса көндөҙ эҫе һауа торошо һаҡлана, ә бына төндәрен һалҡынайтасаҡ, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа. Айырым райондарҙа термометр бағанаһы хатта +3 тиклем төшәсәк, тип иҫкәртә синоптиктар.
Яуым-төшөм көтөлмәй, ел төньяҡ, төняҡ-көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 22-27 градус эҫе булһа, төндә - +8…+13. Алдағы көндәрҙә лә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй,. Августың уртаһына тиклем эҫе буласаҡ, уртаса температура көндөҙ +27… +32 градус тәшкил итәсәк, тип белдерә синоптиктар.