

Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе уҙҙы. Республика етәкселеге, министрлыҡ-ведомстволар, район-ҡалалар хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм уҡытыусылар ҡатнашҡан конференция бөгөн Конгресс-холда уҙҙы.
Унда “Уҡытыусы һәм остаз йылы” саралаларын тормошҡа ашырыу, балалар һәм йәштәр йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтен үҫтереү, хәрби-патриотик тәрбиә биреү, уҡыусыларға һөнәри белем биреү кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Сара барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Ирек ҡыҙы Хәбибуллина ла бар.
Альмира Ирек ҡыҙы 27 йыл ғүмерен балаларға инглиз теленән белем биреүгә бағышай. Ул – ижади ҡарашлы, алдынғы алымдарҙы ҡулланып эшләүсе, юғары һөҙөмтәләргә ирешеүсе педагогтарҙың береһе.Намыҫлы хеҙмәте менән ул хаҡлы ихтирам яулаған.
Оло хөрмәткә эйә райондашыбыҙҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға алда тик ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Наилә Имаева.