Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Август 2023, 05:15

Асҡын уҡытыусылары «Кәрәҙ» республика марафонында ҡатнашты

“Кәрәҙ” – биш коммуникацион-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә, яңы мөмкинлектәр аса.

Асҡын уҡытыусылары «Кәрәҙ» республика марафонында ҡатнаштыАсҡын уҡытыусылары «Кәрәҙ» республика марафонында ҡатнашты
Асҡын уҡытыусылары «Кәрәҙ» республика марафонында ҡатнашты

Яңауыл ҡалаһында «Кәрәҙ» өсөнсө республика педагогик марафоны үтте. Унда Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Саҡмағош, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле райондарынан һәм Ағиҙел ҡалаһынан уҡытыусылар командаһы көс һынашты.

Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусылары  - Т.Зубова, Л. Сафиуллина, Р. Яхин, Асҡын 1-се мәктәбе уҡытыусыһы  Е.Н. Борисова, “Мельница” Балалар ижады үҙәге педагогы  А.А. Белозеровтан торған районыбыҙ командаһы “Муниципаль мәғариф өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштары өсөн” номнацияһында еңеү яуланы. Команданың кураторҙары - тәжрибәле уҡытыусылар Е.Л. Ханжина менән М.Г. Чабина.

«Кәрәҙ» өсөнсө республика педагогик марафонының Яңауыл майҙансығында ҡатнашыусы районыбыҙ командаһын ҡотлайбыҙ! Барлыҡ уҡытыусыларға ла ижади уңыштар, именлек һәм һөнәри үҫеш теләйбеҙ!

 

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас