Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Август 2023, 05:55

Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!

Яңауыл ҡалаһында «Кәрәҙ» өсөнсө республика педагогик марафоны үтте.

Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!
Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!

Унда Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Саҡмағош, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле райондарынан һәм Ағиҙел ҡалаһынан уҡытыусылар командаһы көс һынашты.

Саала педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтте, яңы мөмкинлектәр асты.

Район данын Ҡариҙел 1-се мәктәбенән Илнур Билалов, Винер Кәримов, Гөлшат Шәмәтова, 2-се мәктәптән Розалия Зыятдинова, Эльвера Исламова яҡланы. Инициативалы, алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыларҙан торған команда бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә, яңауылдар - икенсе, бөрөләр өсөнсө урында.

Ҡариҙел районы командаһын һәм уларҙың кураторҙарын лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Барлыҡ уҡытыусыларға ла ижади уңыштар, именлек һәм һөнәри үҫеш теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!
Ҡариҙел уҡытыусылары – еңеүсе!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас