Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2023, 21:40

Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо

Ул йыл һайын 31 майҙа -  Бөтә донъя тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш көнөндә үтә.

Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо

  Быйылғы сара ла унда ҡатнашыусыларҙың күплеге менән айырылып торҙо.

Велосипедсыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.К.Вәлинуров сәләмләне һәм уларға старт бирҙе.

Үҙәк урамдан алып Яр буйы паркына тиклем һуҙылған маршрут ойошҡанлы барҙы. Паркка барып еткәс, спорт һөйөүселәрҙе 'Өмөт" йәш үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Улар һәр килеүсегә һыу, тәмлекәстәр әҙерләгәйне.

Рәмил Карам улы менән бергәләп иң-иңдәргә приздар ҙа тараттылар. Мәҫәлән, иң күп ҡатнашыусыһы булған ойошма исемен мәғариф бүлеге алды. Сөнки сарала уҡытыусылар күп ине. Бүлек начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова коллегаларын ихлас тәбрикләне. Ғөмүмән, һәр кем бай тәьҫораттар алып, ыңғай энергия туплап, юғары кәйеф менән таралышты.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Ҡариҙел ауылында велоуҙыш ойошторолдо
Читайте нас: