Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2023, 18:55

Асҡындар “Ваҡыт йылғаһы”нда булды

20 и 21 майҙа Бөрөлә 8-се тапҡыр "Ваҡыт йылғаһы" тарихи реконструкция фестивале үтте.

Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар “Ваҡыт йылғаһы”нда булды

 

Бөтә Рәсәйҙән ике көнгә 200-ҙән ашыу реконструктор килә.

Һуңғы йылдарҙа "Ваҡыт йылғаһы" фестивале бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүсеһе була һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенән грант ала, Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына инә.

Рәсәй туризмы тармағында тарихи йүнәлешле фестивалдәр айырым урын биләй — бындай саралар киң күләмле байрамдарға әйләнә һәм тарихи, патриотик белем биреү һәм төбәктең туристик өлөшөн үҫтереү буйынса бер нисә бурысты хәл итә. "Ваҡыт йылғаһы" тарихи реконструкцияһының мәғариф фестивале бер нисә йыл эсендә ҡала сараһынан бөтә Рәсәй фестиваленә әүерелде

Быйылғы фестивалдә уҡыусыларға йүнәлтелгән саралар ҙа күп була. Шуға ла Асҡын районы уҡыусылары ла ике көн рәттән фестивалдә тыуған еренең тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашты.

Күптән түгел районда уҙған Һәләтле балалар слетында “Спорт өмөттәре” номинацияһында еңеүсе 38 уҡыусы өс уҡытыусы етәкселегендә 20 майҙа был сараны күрә алды. Был сәфәрҙе Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәнов ойоштора.

Бөгөн иһә Асҡын һәм Ҡышлауйылға мәктәптәренең “Йәш армиясы” лары Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов һәм Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова етәкселегендә “Ваҡыт йылғаһы”н барып күрә.

Сараға йыйылыусыларҙы БР мәғариф министры Айбулат Хажин сәләмләй.

Уҡыусылар яңы дуҫтар таба, күргәҙмәләр менән таныша, үҙҙәрен дә төрлө ролдәрҙә һынап ҡарай. Балалар бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алып, бик матур, күңелле итеп йөрөп ҡайта.

Наилә Имаева.

Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар  “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Асҡындар “Ваҡыт йылғаһы”нда булды
Читайте нас: