Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2023, 15:00

Яңғырап тора тальян моңдары

Асҡындар өҙҙөрөп баянда уйнап, бейеп, еңеү яулап ҡайтты бәйгенән!

Яңғырап тора тальян моңдары
Яңғырап тора тальян моңдары

Бөгөн Мишкә ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Бабичев иҫтәлегенә «Яңғыраһын тальян моңдары» тигән асыҡ район конкурсы уҙа.

Унда Асҡын, Балтас, Борай, Дәүләкән, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан һәм Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө ҡалаларынан 60- тан артыҡ бәйгесе ҡатнаша.

Асҡын районынан Жәлил Ғәйбәҙуллин етәкселегендә баянсылар Илдар Талипов, Радмир Ғәлиев һәм Алмаз Ғәләүетдинов һәм уларҙың сығышына йән өрөп, мари халыҡ уйын ҡоралында уйнап, өҙҙөрөп бейеп тә алыусы Урал Мансуров ҡатнаша.
Бәйге бер тында, тамашасыларҙың көслө алҡыштары аҫтында шундай йәнле, матур, күңелле уҙа.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Радмир Ғәлиев «Солистар» номинацияһында – 1-се, ә Илдар Талипов етәкселегендә баянсылар триоһы 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Иң йәш баянсыбыҙ Алмаз Ғәләүетдинов иһә “Өмөт” номинацияһында бүләкләнә! Афариндар, асҡындар! Лайыҡлы еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Фотолар Мишкә район Мәҙәниәт йортоноң «Бәйләнештә» социаль төркөмөнән алынды

 



 

Яңғырап тора тальян моңдары
Яңғырап тора тальян моңдары
Яңғырап тора тальян моңдары
Яңғырап тора тальян моңдары
Читайте нас: