Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2023, 09:00

Әсәлек капиталы аҡсаһын ҡулланыу мөмкинлектәре арта ғына

Был хаҡта ТАСС башланғыстың авторы — Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт комитеты етәксеһе Андрей Кутеповҡа һылтанып хәбәр итә.

Әсәлек капиталы аҡсаһын ҡулланыу мөмкинлектәре арта ғына
Әсәлек капиталы аҡсаһын ҡулланыу мөмкинлектәре арта ғына

Әсәлек капиталы аҡсаһын балаларҙың спорт секцияларына түләү өсөн тотонорға рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Был хаҡта ТАСС башланғыстың авторы — Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт комитеты етәксеһе Андрей Кутеповҡа һылтанып хәбәр итә.

Кутепов һүҙҙәренсә, әлеге башланғысты тормошҡа ашырыу ата-әсәгә әсәлек капиталы ярҙамында балаһы йөрөгән спорт секцияларына һәм түңәрәктәргә түләргә мөмкинлек бирергә тейеш.

«Мәҫәлән, хоккей, футбол, теннис, бал бейеүҙәре ҡиммәтле спорт төрҙәре булып тора, ай һайын 10 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк. Әсәлек (ғаилә) капиталы аҡсаһын физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә йүнәлтеү бик күп балаларға физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирер ине», — тип иҫәпләй автор.

Документҡа ярашлы, әсәлек капиталы аҡсаһын балалар шөғөлләнгән спорт секциялары һәм клубтары өсөн түләүгә йүнәлтергә тәҡдим ителә. Был беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы 18 йәшкә тиклемге балаларға ҡағыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталының күләме — яҡынса 587 мең һумға, икенсеһенә 775,6 мең һумға еткерелде.

Автор:Ильфира Аккужина
https://aulut.ru/news/common_material/2023-05-12/s-lek-kapitaly-a-sa-yn-ullanyu-m-mkinlekt-re-arta-yna-3254542?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572
Автор:
Читайте нас: